Хәүефһеҙлек
5 Август 2025, 14:30

Ауыл янына күктән сәйер әйбер килеп төшкән...

Ҡулдан яһалған парашютҡа беркетелгән ҡара йәшник... Урында саперҙар, хәрбиҙәр, федераль именлек хеҙмәте, янғын һүндереүселәр һәм тиҙ ярҙам хеҙмәттәре эшләй.

Ауыл янына күктән сәйер әйбер килеп төшкән...Ауыл янына күктән сәйер әйбер килеп төшкән...
Ауыл янына күктән сәйер әйбер килеп төшкән...

Бөгөн, 5 августа, Шишмә районы Сәфәр ауылы биләмәһендә метеозондҡа оҡшаған сәйер әйбер күргәндәр.

Алдан хәбәр ителеүенсә, күктәнлатин хәрефе Z яҙылған ҡара йәшник килеп төшкән. Ул полиэтилен пленканан ҡулдан эшләнгән парашютҡа беркетелгән була. Урында саперҙар, хәрбиҙәр, федераль именлек хеҙмәте, янғын һүндереүселәр һәм тиҙ ярҙам хеҙмәттәре эшләй.

Биләмә тиҙ арала кәртәләп алынған, ул тирәнән үтеүҙе туҡтатып торғандар.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сәйер табылдыҡ буйынса аңлатма биргән. Был урынды вәкәләтле органдар тикшергәс, шартлатҡыс матдәләрҙең юҡлығы асыҡланған. Прибор артабан өйрәнеү өсөн алып кителгән.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас