+21 °С
Болотло


Бәхетһеҙ осраҡ Асылыкүлдә теркәлгән. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға Чапаев ауылы янында булған.
Шаһиттар әйтеүенсә, 48 йәшлек ир дуҫы менән резина кәмәлә булған. Ул шунан һыуға һикереп төшөп, күҙҙән юғала.
Был урында күлдең тәрәнлеге яҡынса ике метр булыуы күрһәтелгән. Һыу инергә рөхсәт ителмәгән.
Ваҡиға буйынса оператив тикшереү башланған.
Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: рөхсәт ителмәгән урында һыу инмәгеҙ!
Фото: "Башинформ".