Хәүефһеҙлек
6 Августа 2025, 11:00

Әсәһе һуңғы көнгә тиклем иҫәндер тип ышанған

Бөгөн Өфөлә Дамирҙы ерләнеләр. 

Әсәһе һуңғы көнгә тиклем иҫәндер тип ышанғанӘсәһе һуңғы көнгә тиклем иҫәндер тип ышанған
Әсәһе һуңғы көнгә тиклем иҫәндер тип ышанған

Өфөлә 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовты ерләнеләр. Ағиҙел йылғаһында юғалған малайҙарҙың тарихы бар республиканы тетрәндергәйне.

Былтыр март айында үҫмерҙәр Дамир менән Павел йылға буйында юғалды. Уларҙы ирекмәндәр, полиция, водолаздар эҙләне. Тик һөҙөмтә оҙаҡ булманы. Бер нисә ай үткәс, йәй көнө Павел табылды, ә Дамирҙы уҙған айҙа ғына таптылар.

Ағиҙелдәге кәүҙәнең Дамирҙыҡы икәнлеген асыҡлау өсөн ДНК-тест талап ителде. Һәм ошо көндәрҙә һөҙөмтә билдәле булды – ул ысынлап юғалған үҫмер.

Дамирҙы бөгөн Өфөлә ерләгәндәр. Малайҙы һуңғы юлға оҙатыр өсөн эҙләүҙә ҡатнашҡан кешеләр ҙә килгән. Шулай уҡ класташтары, дуҫтары, күршеләре йыйылған.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үҫмерҙе эҙләгән осорҙа уның атаһы үлеп ҡалды. Улы өсөн ҡайғырған ирҙең йөрәге түҙмәгәндер. Әсәһе иһә журналистар менән бик аралашмаһа ла, аҙаҡҡа тиклем улының иҫән булыуына ышанғанын әйткән ине.

Тыныс йоҡла, Дамир. Уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

"ЛизаАлерт" ҡотҡарыу-эҙләү отряды һәм Лилиә Фазлетдинова фотолары.

Әсәһе һуңғы көнгә тиклем иҫәндер тип ышанған
Әсәһе һуңғы көнгә тиклем иҫәндер тип ышанған
Әсәһе һуңғы көнгә тиклем иҫәндер тип ышанған
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас