

Ни өсөн Башҡортостанда ваҡыты-ваҡыты менән мобиль интернет һүндерелә?
Кәрәҙле бәйләнеш вышкалары пилотһыҙ осоу аппараттарына йүнәлеш алыу өсөн ҡулланылырға мөмкин. Координаттар сигнал буйынса еңел табыла. Мобиль интернетты ваҡытлыса һүндереү дрондарҙы йүнәлтеүҙә ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Был оҙаҡҡа һәм бөтә ерҙә лә түгел, өҙөклөктәр тик хәүеф мәлендә һәм инфраструктураһы ауыр булған зоналарҙа ғына барлыҡҡа килә.
Интернетты һүндереү төбәктең хәрби хәрәкәттәр зонаһына яҡынлығына бәйле түгел – был осраҡта стратегик мөһим объекттарҙың һәм оператив мәғлүмәттәрҙең булыуы хәл иткес фактор булып тора.
Мобиль интернетты һүндереүгә нисек әҙерләнергә?
*Запаста тере аҡса тотоғоҙ.
*Мөһим мәғлүмәттәрҙе телефонда йәки ҡағыҙҙа һаҡлағыҙ.
*Такси телефондарын һәм башҡа мөһим сервистарҙы һаҡлағыҙ.
*Оффлайн карта алып ҡуйығыҙ.
*Үҙегеҙ менән пауэрбанк йөрөтөгөҙ.
*Тотороҡло Wi-Fi булған урындарҙы алдан билдәләгеҙ.
Йәмәғәт селтәрҙәрен нисек хәүефһеҙ ҡулланырға - бында здесь уҡығыҙ.
#ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан