Хәүефһеҙлек
8 Август 2025, 10:30

Сыбыртҡы менән быуып үлтергән...

Фажиғәле хәл Ишембай районында булған

Сыбыртҡы менән быуып үлтергән...Сыбыртҡы менән быуып үлтергән...
Сыбыртҡы менән быуып үлтергән...

Август башында Ишембай районында фажиғәле хәл була. 2 августа райондың Павловка һәм Көҙән ауылдары араһында урынлашҡан крәҫтиән-фермер хужалығының йәйге лагерында ике көтөүсе араһында низағ сыға. Һөҙөмтәлә, 35 йәшлек ир икенсе ирҙе сыбыртҡы менән быуып үлтерә. Был турала урындағы судтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ике иҫерек көтөүсе бәхәсләшә лә, һуғыша башлай. Һуғыш ваҡытында береһе икенсеһенең муйынына ҡамсы һала һәм уны быуып үлтерә. Ир, уның тын алмауын аңлағас, ҡотҡарыу хеҙмәтен саҡыра. Килгән табиптарға механик асфиксиянан үлемде теркәү генә ҡала.

Көтөүсегә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ул тәфтишсегә, барыһы ла үҙ-үҙен яҡларға маташыу ваҡытында осраҡлы килеп сыҡҡан тип әйтә. Әле ир тикшереү изоляторында ултыра.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас