Хәүефһеҙлек
8 Август 2025, 18:50

Йәш ҡатын һуҡырайған һәм үтә ауыр хәлдә

Сочила чача эсеп кәмендә ун кеше үлде лә, ағыуланғандар күп.

Йәш ҡатын һуҡырайған һәм үтә ауыр хәлдәЙәш ҡатын һуҡырайған һәм үтә ауыр хәлдә
Йәш ҡатын һуҡырайған һәм үтә ауыр хәлдә

Сочи ҡалаһында чача (ҡаты спиртлы эсемлек) эсеп бик күп кешеләрҙең ағыуланыуы, унға яҡын кешенең һәләк булыуы тураһында ишеткәнһегеҙҙер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағыулы эсемлектән Башҡортостан кешеһенең дә ағыуланғаны билдәле булды. Ул 36 йәшлек Өфөлә йәшәгән ҡатын. Ул да ошо көндәрҙә Ҡара диңгеҙ буйынан килтерелгән метаноллы чачаны эсеп ҡараған һәм дауаханаға эләккән.

Ҡатын күҙе күрмәй башлағас дауағанаға мөрәжәғәт иткән. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәрәренсә, әле уның хәле үтә ауыр.

Билдәле булыуынса, чачаны Краснодар крайында йәшәгән ҡатын баҙарҙа һатҡан. Сауҙаны өләсәй менән ейәнсәр ойошторған. Баҡһаң, улар метанол өҫтәлгән ағыулы эсемлек менән сауҙа иткән. Зыян күреүселәр араһында туристар ҙа, урындағы халыҡ та бар.

Енәйәт эше ҡуҙғатылған, чача һатҡан ҡатындар ҡулға алынған. Улар 71 йәшлек өләсәй менән 31 йәшлек ейәнсәр.

Фотола ҡулға алынған ҡатындар. Телеграм. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас