

Бөгөн иртәнге сәғәт һигеҙенселә Әбйәлил районының Магниторгорск – Аэропорт юлында 55 йәшлек ҡатын идара иткән “Мазда 3” автомобиле ҡаршы килгән “Лада Приора” автомобиленә бәрелгән. Икенсе автомобиль рулендә Силәбе өлкәһенән 35 йәшлек ир булған.
Бәрелеш һөҙөмтәһендә “Мазда” юлдан ситкә ауҙарылған. Уның водителе, ике пассажиры (ҡатын-ҡыҙҙар) ваҡиға урынында уҡ йән биргән. Шулай уҡ “Лада Приора” автомобиле водителенең 30 йәшлек тормош иптәше һәләк булған. Ә инде водителдең үҙен һәм уның өс балаһын – 2 һәм 12 йәшлек ҡыҙҙарын, 9 йәшлек малайын дауаханаға алып киткәндәр.
Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, балаларҙың ғүмерен хәүефһеҙлек креслолары һаҡлап алып ҡалған.
Ваҡиға урынында тәртип һаҡлау органдары эшләй, ваҡиға сәбәптәрен асыҡлайҙар.
Хөрмәтле водителдәр, ошондай бәхетһеҙ хәлдәргә осрамаҫ өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, тиҙлек режимын боҙмағыҙ.
Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһынан.