Хәүефһеҙлек
9 Август 2025, 10:30

Белгестәр Стәрлетамаҡтағы һауаны тикшерҙе

Башҡортостандың Экология министрлығы һәм уның аналитика хеҙмәте белгестәре Стәрлетамаҡ ҡалаһында атмосфера һауаһына мониторинг үткәрҙе.

Белгестәр Стәрлетамаҡтағы һауаны тикшерҙеБелгестәр Стәрлетамаҡтағы һауаны тикшерҙе
Белгестәр Стәрлетамаҡтағы һауаны тикшерҙе

Башҡортостандың Экология министрлығы һәм уның аналитика хеҙмәте белгестәре Стәрлетамаҡ ҡалаһында атмосфера һауаһына мониторинг үткәрҙе.

Беренсе һайлап алыу нөктәһендә Ломоносов урамы, 27 (“Авангард” мәҙәниәт йорто) түбәндәге бысратыусы матдәләргә пробалар һайлап алына: көкөртлө водород, көкөрт диоксиды, углерод оксиды, бензол, толуол, этилбензол, ксилол, фенол.

Башҡортостан Экология министрлығының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау идаралығының контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген ойоштороу бүлеге начальнигы урынбаҫары Юнер Вәхитов билдәләүенсә, алынған һәм анализланған мәғлүмәттәргә ярашлы, бысратыусы матдәләр буйынса билдәләнгән нормативтарҙың (ПДК) артыуы теркәлмәгән.

Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығы экологик хәлде контролдә тотоуын дауам итә.

Белгестәр Стәрлетамаҡтағы һауаны тикшерҙе
Белгестәр Стәрлетамаҡтағы һауаны тикшерҙе
Белгестәр Стәрлетамаҡтағы һауаны тикшерҙе
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас