Хәүефһеҙлек
9 Августа 2025, 11:10

Үлер алдынан насар төш күргән...

Бала атаһына ҡунаҡҡа килгән, уға әйтмәй сығып киткән.

Үлер алдынан насар төш күргән...Үлер алдынан насар төш күргән...
Үлер алдынан насар төш күргән...

6 августа Өфөлә ҡурҡыныс фажиғә булды – йылғала бала батып үлде. 12 йәшлек ҡыҙ дуҫтары менән һыу ингән, тәрәнгә йөҙөп барған һәм батҡан. Әхирәте уға ярҙам итеп ҡарай, тик өлгөрмәй. Баланың кәүҙәһен тик икенсе көнгә генә таптылар. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы был хәл тураһында ентекләберәк һөйләй.

Фажиғә Тирмән комбинаты янында Ағиҙелдә була. 12 йәшлек Карина (исеме үҙгәртеп алынды) дуҫтары менән һыу инергә бара. Иптәштәре әйтеүенсә, ул йөҙә белгән, тик көслө ағым уны алып киткән. Янындағы әхирәте ярҙам итеп ҡарай, тик өлгөрмәй.

– Ул ағым буйлап йөҙөп китте һәм шунда арып бата башланы. Мин уға аяғымды һуҙып, үҙемә тартырға теләнем, әммә ул тотона алманы, - тип һөйләй Каринаның дуҫы.

Урынға шунда уҡ ҡотҡарыусылар саҡырыла. Улар эҙләү-водолаз эштәрен йәйелдерә. Ҡыҙҙың кәүҙәһе 7 июндә иртән ярҙан илле метр алыҫлыҡта табыла һәм өс метр тәрәнлектән күтәрелә.

Балаларҙың йыһазландырылмаған урында һыу инеүҙәре билдәле, унда иҫкәртеү таҡтаһы ҡуйылған. Өфөнөң Киров районы буйынса тәфтиш бүлеге лә бала үлгәндән һуң тикшереү башлаған.

Карина әсәһе менән Иглинда йәшәгән, ә каникулдарҙа атаһы янына Өфөгә килгән. Ата-әсәһе айырылған. Фажиғә көнөндә ул һыу инергә атаһына әйтмәй, ҡасып сығып китә. Дуҫтары әйтеүенсә, ул батыр алдынан насар төш күргән булған.

– Карина үле бесәй күргән. Быны ул насар билдә тине. Шулай уҡ ниндәйҙер апай уны ҡосаҡлаған, – тип һөйләгән әхирәте.

Яҡындары ҡыҙҙы изге күңелле, асыҡ һәм дуҫтарын яратҡан әхирәт итеп хәтерләй. Тыныс йоҡла, балаҡай!

Әйткәндәй, йыл башынан алып Башҡортостанда 85 кеше, шул иҫәптән ете бәлиғ булмаған һәләк була. Эксперттар иҫкәртә: хатта йөҙөргә белгән балалар ҙа көтөлмәгән көҙән йыйырыуҙан, һыу боролоштарынан йәки паниканан һаҡланмаған. Йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеү һәр ваҡыт хәүефле.

Фото: "КП-Өфө". 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас