Хәүефһеҙлек
9 Август 2025, 13:30

Ныҡ ауыр хәлдәгеләр ҙә бар

Кешеләрҙең тәне бешкән, күҙҙәре зыян күргән, хлор менән ағыуланғандар... 

Ныҡ ауыр хәлдәгеләр ҙә барНыҡ ауыр хәлдәгеләр ҙә бар
Ныҡ ауыр хәлдәгеләр ҙә бар

Стәрлетамаҡтағы БСК предприятиеһы майҙансығындағы шартлауҙа зыян күргән 16 кеше реанимацияла. Уларҙың хәле ныҡ ауыр тип баһалана.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, 31 пациент дауаханаға һалынған, 16-һы реанимацияла. Ҡала дауаханаларында оператив штаб булдырылған, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Катастрофа медицина үҙәге һәм санитар авиация табиптары эшләй.

Зыян күреүселәргә кәрәкле медицина һәм психологик ярҙам күрһәтелә. Пациенттарҙы республика медучреждениеларына күсереү хәл ителә.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас