

Стәрлетамаҡта Техник урамындағы “Башҡортостан сода компанияһы” АЙ-һының “Каустик” производство майҙансығында газ шартлаған. Артабанғы янғынға юл ҡуйылмаған. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, ваҡиға һөҙөмтәһендә 16 кеше зыян күргән, араларында балалар юҡ. 15 хеҙмәткәр эвакуациялана. Һәләк булыусылар юҡ. Эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә 42 кеше һәм 15 берәмек техника йәлеп ителгән.
Ваҡиға буйынса Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты аңлатмаһы: “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенең “Каустик” етештереү майҙансығында технологик инцидент булды, һөҙөмтәлә, алдан күҙаллауҙар буйынса, 15 кеше зыян күрҙе. Һәләк булыусылар юҡ. Ваҡиға урынында оператив хеҙмәттәр эшләй, штаб булдырылды. Авария-тергеҙеү эштәре алып барыла. Тирә-яҡ мөхиттең сифатын контролдә тотоу ойошторолған”.