

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов Стәрлетамаҡтағы шартлау буйынса шундай аңлатма бирә:
“Ваҡиға урынында технологик инцидентҡа бәйле “Башҡортостан сода компанияһы” АЙ-һының ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһы ултырышы уҙҙы. Унда “БСК” АЙ-һы башҡарма директоры Александр Пименов, оператив һәм ашығыс хеҙмәттәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатнашты. Урындағы хәлде күҙәтеү өсөн БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының һәм БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының күсмә лабораториялары эшләй, уларҙың белгестәре һауала хәүефле матдәләр булыу-булмауға анализ үткәрә. Хәүефле матдәләрҙең рөхсәт ителгән концентрацияһы сигенән артыҡ булыуы асыҡланмаған. Эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә бөтәһе 134 кеше һәм 42 берәмек махсус техника йәлеп ителгән. Хәлде контролдә тотабыҙ”.