Хәүефһеҙлек
10 Август 2025, 07:25

Аҡсаһын биргәнен һиҙмәй ҙә ҡала

Бурҙар үҙҙәренең тоҙағына эләктерә белә.

Аҡсаһын биргәнен һиҙмәй ҙә ҡалаАҡсаһын биргәнен һиҙмәй ҙә ҡала
Аҡсаһын биргәнен һиҙмәй ҙә ҡала

Өфөнән 85 йәшлек ҡатын саҡ 300 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡмай. Мутлашыусылар Рәсәй Пенсия фонды, банк хеҙмәткәре итеп танытып, уның аҡсаһын алырға тырыша. Бары тик мобиль бәйләнеш операторының уяулығы ҡотҡарып ҡала.

 Ә бына Өфөнән 76 йәшлек ҡатын бер миллион һумын юғалта. Аферистар үҙҙәрен маркетплейс, Дәүләт хеҙмәттәре, хатта ФСБ хеҙмәткәре тип танытып “аккаутты ватыуҙары”, “посылка менән проблема” тип сәбәп менән аҡса күсерергә ышандыра.

Бурҙарҙың тоҙағына йәштәр ҙә эләгә. Өфө районынан 26 йәшлек егет ике миллион аҡсаһын юғалта. Йәнәһе лә Һалым хеҙмәтенән, Үҙәк банкынан тип  таныштырып  “декларациялағы хата”, “дәүләт хеҙмәттәрен ватыуҙары” менән ҡурҡытып мутлашыусылар үҙҙәренең маҡсатына өлгәшә.

Туймазы районына 57 йәшлек ҡатын да бер миллион һумын юғалта. Уға йәнәһе лә маркетплейс хеҙмәткәрҙәре шылтырата һәм заказ менән проблема булыуына ышандыра.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: банк һәм дәүләт органдарының ысын хеҙмәткәрҙәре социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар аша аралашмай. Шикле шылтыратыу ҡабул итһәгеҙ, шунда уҡ һөйләшеүҙе өҙөлөгөҙ. Аҡсағыҙҙы күсерер алдынан туғандарығыҙға, банкка шылтыратығыҙ.

Иғтибарлы булығыҙ, аҡсағыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор фотоһы.   

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас