Хәүефһеҙлек
10 Август 2025, 07:35

Авария эҙемтәләре бөтөрөлә

Бөгөн журналистар өсөн Башҡортостан сода компанияһындағы шартлау һәм унда зыян күргәндәр тураһында видеоконференция үткәрелде.

Авария эҙемтәләре бөтөрөләАвария эҙемтәләре бөтөрөлә
Авария эҙемтәләре бөтөрөлә

Бөгөн журналистар өсөн Башҡортостан сода компанияһындағы шартлау һәм унда зыян күргәндәр тураһында видеоконференция үткәрелде.

Сарала “БСК” йәмғиәтенең Каустик предприятиеһы директоры Владимир Князев, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов, Стәрлетамаҡтың 1-се клиник дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров, “БСК” йәмғиәтенең башҡарма директоры Александр Пименов ҡатнаштылар.

Билдәле булыуынса, 9 августа Стәрлетамаҡтағы Башҡортостан сода компанияһының Каустик предприятиеһында технологик инцидент булғайны, видеоконференция был ваҡиға тураһында дөрөҫ һәм тулы мәғлүмәт биреү өсөн үткәрелде лә инде.

“Авария ҡорамалдарҙы капиталь ремонт эштәренә әҙерләгән мәлдә булды, – тине Владимир Князев һәм экранда ошо ваҡиға булған урындың технологик схемаһын күрһәтте. – Һөҙөмтәлә газ үткәргес торбала герметизация боҙолдо. Ошо урын ашығыс рәүештә айырып алынды, был иһә газдың һауаға сығыуын туҡтатты. Тирә-яҡтағы халыҡтың ғүмеренә һәм һаулығына зыян килеүгә юл ҡуйылманы. Предприятиеның һәм ҡаланың авария хеҙмәттәре, медицина бригадалары, “Росгвардия” был урынға үҙ ваҡытында килеп етте. Авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса штаб ойошторолдо. Сама менән 11 августа төшкә беҙ бөтә тейешле сараларҙы тамамларға иҫәп тотабыҙ”.

“Авария тураһындағы хәбәр алынып ике минут үтеүгә беҙҙең белгестәр был урынға барып етте, – тине Кирилл Петров. – Бәлә эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эшкә 155 кешене, 48 берәмек техниканы һәм һауаны контролдә тотоу өсөн дүрт лабораторияны йәлеп иттек. Кисә 13 тапҡыр үлсәү башҡарҙыҡ, ҡала халҡы өсөн хәүеф юҡ”.

“Беҙ барыһы 50 ашығыс ярҙам машинаһы бригадаһын йәлеп иттек, барлығы 41 кеше зыян күргән, уларҙың 32-һе дауаханаға һалынды, туғыҙ кеше тейешле медицина ярҙамы алғас та өйҙәренә ҡайтты, бер кеше реанимацияла, – тине Илшат Яппаров. – Барлыҡ тейешле ярҙам күрһәтелә, зыян күргәндәрҙең туған-тыумасаһы өсөн психологик ярҙам ойошторҙоҡ, һорауҙар тыуа ҡалғанда 89878511622 телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ”.

Александр Пименов әйтеүенсә, барлыҡ структуралар – прокуратура, Тәфтиш комитеты, Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте, “Ростехнадзор” һәм башҡа дәүләт  хеҙмәттәре – менән тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. Зыян күргәндәрҙең һәр береһенә, һаулығына зарар кимәлен иҫәпкә алып, өс миллион һумға саҡлы компенсация биреләсәк, компанияның дауаханала дежур булған вәкилдәре барлыҡ кәрәкле дарыуҙарҙы килтереп тора.

Фото: видеоконференциянан кадр.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас