

Уҙған ялдарҙа Стәрлетамаҡтағы “Каустик” предприятиеһында булған инциденттан һуң, йәрәхәтләнгән эшселәрҙең береһе бөгөн иртән Өфө дауаханаһында вафат булды. Күңелһеҙ хәбәрҙе Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе.
"Республика халҡы исеменән уның туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ", - тине ул.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ир контроль-үлсәү приборҙарын һәм автоматиканы ремонтлау буйынса мастер булып эшләгән. Уға 30 йәш булған. Зыян күреүселәрҙең күбеһе — Өфөнөң “Глобал-Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте белгестәре, улар үткәргес торбаларҙы һәм ҡорамалдарҙы герметикһыҙландырыу буйынса план эштәрен башҡарған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл 9 августа булды. Уның һөҙөмтәһендә “БСК” предприятиеһында 41 кеше зыян күрә. Был осраҡты махсус комиссия тикшерә.
Фото:МЧС.