Хәүефһеҙлек
12 Август 2025, 13:15

Өйрәктәр ҡарарға киткән бала юғалған

Бөгөн уның кәүҙәһен тапҡандар... 

Өйрәктәр ҡарарға киткән бала юғалғанӨйрәктәр ҡарарға киткән бала юғалған
Өйрәктәр ҡарарға киткән бала юғалған

Стәрлетамаҡ районында Өршәк йылғаһында 15 йәшлек малай батып үлгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. "Бөгөн төндә ҡотҡарыусылар 2010 йылда тыуған малайҙың юғалыуына бәйле эҙләү-ҡотҡарыу эштәренә сыҡты”, — тип яҙҙылар ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, кисә малай Өршәк йылғаһы буйына өйрәктәр ҡарарға тип китә. Был хәл Стәрлетамаҡ районының Боголюбовка ауылында була. Өйҙә яҡындары уны көтөп ала алмай. Һәм эҙләй башлай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн иртән ҡотҡарыусылар уның кәүҙәһен һыуҙа тапҡан.

Көндәр насар торһа ла, һыу ҡорбандарыналыуҙы дауам итә. Балаларҙы яңғыҙын һыу буйына ебәрмәгеҙ, бергә ял иткән саҡта уларҙан күҙ яҙлыҡтырмағыҙ. 

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас