Хәүефһеҙлек
14 Август 2025, 09:30

Балаларығыҙҙы был турала иҫкәртегеҙ!

Башҡортостанда телефон аша аҡса урлаусыларҙың, бала-сағаның ышанысына инеп, уларҙы ата-әсәһенән аҡса һорап алыуға күндереү осраҡтары йышайҙы.

Балаларығыҙҙы был турала иҫкәртегеҙ!Балаларығыҙҙы был турала иҫкәртегеҙ!
Балаларығыҙҙы был турала иҫкәртегеҙ!

Улар “отошло хаҡҡа” уйын валютаһы йәки приз тәҡдим итә, артабан баланы ата-әсәһенең банк ҡушымтаһына инергә, карта реквизиттарын хәбәр итергә йәки  QR-код күсермәһен ебәрергә күндерә. Һөҙөмтәлә ата-әсәнең иҫәптәге аҡсаһы бөтөнләй юҡҡа сыға.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Октябрьский ҡалаһы кешеһе яңыраҡ полицияға мөрәжәғәт иткән: 9 йәшлек улы, уйынға мауығып, алдаҡсылар ебәргән һылтанма буйынса “түләүһеҙ приз” алырға ынтылған. Чатта уны әсәһенең банк ҡушымтаһын асырға, карта мәғлүмәттәрен фотоға төшөрөргә һәм уларға ебәрргә ышандыралар. Шулай итеп, иҫәп 250 мең һумға бушай.

Ата-әсәйҙәр, иғтибарлы булығыҙ! Хәҙерге алдаҡсылар балалар менән нисек мутлашырға икәнен белә. Балаға карта мәғлүмәттәрен һорарға бер кемдең дә хоҡуғы юҡ икәнен төшөндөрөгөҙ.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас