

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария бөгөн көндөҙгө сәғәт икеләр тирәһендә Туймазы районының М5 «Урал» трассаһының 1323-сө саҡрымында булған.
Һамар йүнәлешендә хәрәкәт иткән Volkswagen Polo автомобиленең 29 йәшлек водителе ҡаршы юлға инеп, Toyota Camry автомобиленә бәрелә.
"Авария һөҙөмтәһендә "Тойота"ның 51 йәшлек водителе һәм уның пассажиры ашығыс ярҙам килеп еткәнсе һәләк булған, аварияла ҡатнашҡан тағы ике кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләккән", - тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ!
Фото: “Башинформ”.