

“Не рули, малай!” социаль компанияһында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә иҫкәртеү саралары үткәрә. Йәй көнө айырыуса бәлиғ булмаған йәштәге балалар ҡатнашлығында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары йышая. Мотоциклдарҙа, велотранспортта елгән үҫмерҙәрҙең бәләгә тарыу осраҡтары булғылап тора.
Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Дәүләкән районынан мотоциклдарҙа килгән биш үҫмерҙе туҡтатып, транспорттарын тартып алған һәм 16 йәшлек үҫмергә ҡарата администартив протокол төҙөгән. Бөтә материалдар бәлиғ булмаған йәштәге малайҙарҙың йәшәгән урыны буйынса иҫкәртеү үткәреү һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса төркөмгә мәсьәләне хәл итеү өсөн ебәрелгән. Бүздәк ауылының юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары әйтеүенсә, һәр транспорт сараһы хәүеф сығанағы булып тора, балаға транспорт сараһы рәүешендә уйынсыҡ бүләк итеп, һеҙ уның ғүмерен үлемесле хүеф аҫтына ҡуяһығыҙ.
Фото: “Буздякские новости”.