Хәүефһеҙлек
20 Август 2025, 12:20

Башҡортостан халҡының йөҙҙәрсә мең һумын урлайҙар

Телефон аша алдашып халыҡтың аҡсаһын урлау дауам итә.

Башҡортостан халҡының йөҙҙәрсә мең һумын урлайҙарБашҡортостан халҡының йөҙҙәрсә мең һумын урлайҙар
Башҡортостан халҡының йөҙҙәрсә мең һумын урлайҙар

Өфөнән 26 йәшлек ҡатынға үҙҙәрен “почта хеҙмәткәрҙәре” тип таныштырған әҙәмдәр шылтырата һәм заказлы хатты килеп алыуын һорайҙар. Һөйләшкән арала алдаҡсылар теманы үҙгәртә: Дәүләт хеҙмәтендә был ҡатындың аккаунтын емереүҙәре хаҡында хәбәр итәләр һәм 300 мең һумды “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә күндерәләр.

Стәрлетамаҡта йәшәгән 34 йәшлек ҡатын да шундайыраҡ схема менән осраша. Тик был юлы зыян да ҙурыраҡ – уның 450 мең һум аҡсаһын урлайҙар.

Октябрьский ҡалаһынан 63 йәшлек пенсионерҙы “түләнеп етмәгән пенсия” аҡсаһы бирергә вәғәҙә итеп алдайҙар. Түләүҙе юлларға өйрәтергә һылтанып, улар ҡатынды телефон экранын күрһәтергә һәм СМС кодын әйтергә мәжбүр итә. Һөҙөмтәлә хужабикәнең иҫәбенән 760 мең һум юҡҡа сыға.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә:

* Сит кешеләргә бер ваҡытта ла СМС аша килгән кодты, паролдәрҙе һәм банк картаһы мәғлүмәттәрен хәбәр итмәгеҙ.

* Таныш булмаған кешеләрҙең һорауы буйынса телефон экранын крһәтмәгеҙ.

* Мәғлүмәтте һәр саҡ тикшерегеҙ – рәсми хеҙмәттәргә (банк, почта, Энергосбыт) уларҙың сайттарындағы телефон номеры буйынса шылтыратығыҙ.

* Артыҡ хистәргә бирелмәгеҙ – улар шуны ғына көтөп тора һәм ашығыс ҡарар ҡабул итергә мәжбүр итә.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас