

Эльвираны дүрт ай буйы эҙләйҙәр. Әлегә бер ниндәй һөҙөмтә юҡ...
Өфөлә йәшәгән 46 йәшлек Эльвира Динислам ҡыҙы Абдрахимова (Шәрәфетдинова) юғалған.
Башҡортостандағы “ЛизаАлерт” эҙләү отряды ирекмәндәре хбәр итеүенсә, ҡатын 2025 йылдың 26 апрелендә өйөнән сыҡҡан да кире әйләнеп ҡайтмаған.
Билдәләре: буйы 165 см, тулы кәүҙәле, сәсе аҡһыл һоро төҫтә, күҙҙәре йәшкелт. Ул көндә өҫтөнә хаки төҫөндәге куртка кейгән булған.
Эльвира тураһында мәғлүмәт белеүселәр булһа, 8-800-700-54-52 һандарына шылтыратыуығыҙҙы һорайҙар.
Фото: “ЛизаАлерт”.