

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән кәңәшмәлә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү мәсьәләләре тикшерелде.
Отчет осоронда янғындар һанын 13-кә, һыуҙағы хәүефле ваҡиғаларҙы – бергә, батыусылар һанын – дүрткә кәметеүгә өлгәшелгән. Шул уҡ ваҡытта янғында һәм һыу объекттарында ҡотҡарылғандар һаны артҡан һәм 127 кеше тәшкил иткән.
“Граждандар өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыуҙың төп шарты – хәүефһеҙлекте тәьмин итеү. Янғындан ҡотҡарыу ойошмалары төбәктә хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Беҙ был инфарструктураны эҙмә-эҙлекле үҫтерә барабыҙ. Быйыл ошо тармаҡҡа 1,6 миллиард һум бүленде”, – тине Андрей Назаров.
Хөкүмәт ултырышы йомғаҡтарына ярашлы, Премьер-министр Һыу объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса төбәк программаһын үтәргә, шулай уҡ республика халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эште дауам итергә ушты.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.