Хәүефһеҙлек
30 Август 2025, 17:20

Стәрлетамаҡ янында ҡот осҡос авария

Рулдәге ҡатын өс ҡыҙы менән китеп барған...

Стәрлетамаҡ янында ҡот осҡос аварияСтәрлетамаҡ янында ҡот осҡос авария
Стәрлетамаҡ янында ҡот осҡос авария

Кисә киске сәғәт етелә Өфө-Ырымбур юлының 134-се километрында ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәһе була. Унда “Хонда Стрим” водителе һәләк була.

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, сит ил маркалы машина ниндәйҙер сәбәптәр буйынса ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм унда икенсе “Хонда Фит” маркалы машина менән бәрелешә. Рулдәге ирҙең урында уҡ һәләк булыуы билдәле.

Икенсе машина руле артында ҡатын-ҡыҙ водитель, янында өс пассажир, яҡынса, уның ҡыҙҙары ултыра. Бәрелеш һөҙөмтәһендә уны һәм ҡыҙҙарын дауаханаға оҙаталар.

Ҡыҙҙарҙың бәләкәйенә – алты, уртансыһына 17 йәш булыуы билдәле.

Әле полиция хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ведомстволар белгестәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Юлдарҙа ипле булайыҡ дуҫтар! Хәҙер сентябрь етеү менән юлда машиналар һаны бермә-бер артасаҡ. 

Фото: ГАИ. 

 

 

Стәрлетамаҡ янында ҡот осҡос авария
Стәрлетамаҡ янында ҡот осҡос авария
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас