

Бөгөн көндөҙгө сәғәт икеләр тирәһендә Өфө районында, М-5 “Урал” автомобиль юлының 1463-сө саҡрымында, юл фажиғәһе теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 45 йәшлек водитель, “Газ Некст” автомобилендә Һамар яғынан Силәбе йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә, “Фатон” йөк автомобиле менән бәрелешкән.
Көслө бәрелеш һөҙөмтәһендә “ГАЗель” автомобиленең кабинаһы иҙелгән, ә водителе алған тән йәрәхәттәренән юл-транспорт ваҡиғаһы урынында уҡ вафат булған.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре был осраҡ буйынса тикшереү башлаған.
Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен теүәл үтәгеҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!
Фото: @bash_gibdd.