Августың һуңғы көндәрендә Стәрлетамаҡ районында ҡот осҡос авария булды. Юлда “Хонда Фит” менән “Хонда Стрим” машиналары бәрелде. Тәүге машинала өс ҡыҙы менән 39 йәшлек Алина исемле ҡатын китеп барған була. Ҡыҙҙарға 19, 17 һәм алты йәш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсә кеше был аварияла һәләк була.
Ял көнө ҡатын ҡыҙҙары менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы ауылға өләсәләренә ҡунаҡҡа китеп барған була. Өфө – Ырымбур трассаһының 134-се километрында уларҙың машинаһы ҡаршыһына икенсе машина килеп сыға һәм улар маңлайға маңлай бәрелешә. Авария шаһиттары әйтеүенсә, икенсе машина водителе – иҫерек ир була. Бәрелештән һуң уның машинаһында ҡаты алкоголь шешәләре табыла, шулай уҡ ныҡ итеп еҫе сыға.
Алинаның ҡыҙы, 19 йәшлек Сабрина әйтеүенсә, ике машинаның да руле уң яҡта урынлашҡан һәм бәрелеш водитель ултырған яҡҡа тура килгән.
– Беҙ бөтәбеҙ ҙә хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктергән инек, бәләкәй һеңлем махсус креслола ултырҙы. Беҙҙең алда аҡ машина китеп бара ине, ул боролоп өлгөрҙө, ә әсәйем юҡ. Ул бөтә бәрелеште үҙенә алырлыҡ итеп машинаны борҙо һәм урында һәләк булды, – тип илай Сабрина.
Һул яҡта ултырған өлкән ҡыҙ әллә ни йәрәхәттәр алмай, ә артта ултырғандар йәрәхәтләнә. Бәләкәйҙәре Регинаны дауаханаға алып китәләр, уның хәле уртаса, ә бына уртансы ҡыҙ Әлфиә реанимацияға эләгә. 1 сентябрҙә уны Өфөгә күсерәләр, хәле ауыр тип баһалана. Әле ул комала һәм әсәһенең һәләк булғанын белмәй ҙә. Үҙенә килгән хәлдә лә ҡыҙға оҙайлы һәм етди реабилитация кәрәк буласаҡ. Уның умыртҡа һөйәге зарарланған, уға махсус корсет кәрәк буласаҡ. Тик уларҙы ҡарап үҫтергән әсәләре үлгәс, быны эшләү ауыр буласаҡ.
– Әсәйем һәр беребеҙ өсөн үлә яҙып тора ине. Терәк һәм таяныс булды, беҙҙең өсөн барыһын да эшләне. 1 сентябрҙә беҙ уны ерләнек, – ти Сабрина.
Сығанаҡ: https://www.ufa.kp.ru/daily/27747/5137532/