Хәүефһеҙлек
6 Сентябрь 2025, 05:15

“Беҙгә хәҙер бер нимә лә кәрәкмәй...”

Трактор менән ҡот осҡос аварияла өс кеше, шул иҫәптән өс йәшлек бала һәләк булды. Әсәһе әйтеүенсә...

“Беҙгә хәҙер бер нимә лә кәрәкмәй...”“Беҙгә хәҙер бер нимә лә кәрәкмәй...”
“Беҙгә хәҙер бер нимә лә кәрәкмәй...”

2 сентябрҙә Башҡортостанда өс кешенең, шул иҫәптән бәләкәй баланың ғүмерен өҙгән ҡурҡыныс авария булды. Юлда еңел машина менән арбалы трактор бәрелеште. Урында еңел автомобилдәге ике ир һәм тракторҙа ата-әсәһе менән бергә ултырған өс йәшлек бала һәләк булды. Был авария тураһында анығыраҡ “КП-Өфө” баҫмаһы яҙа.

Авария Стәрлетамаҡ районының Түрешле һәм Николаевка ауылдары араһында була. “Лада Гранта” машинаһы алдынан килгән прицеплы тракторға барып бәрелә. Көслө бәрелештән ике техника ла ауа. ДАИ мәғлүмәттәре буйынса, водитель машинаһына идараны юғалта һәм ҙур тиҙлектә яй ғына китеп барған ауыл хужалығы техникаһына бәрелә.

“Лада”ла Николаевка ауылынан Михаил менән Игорь исемле ирҙәр ултырған була. Улар урында йән бирә. Трактор кабинаһында ата-әсәһе менән өс йәшлек Анна (исеме үҙгәртелде) китеп барған. Уларҙың ғаиләһе күршеләге Южный ауылында йәшәй. Ҡыҙыҡай алған йәрәхәттәрҙән фажиғә урынында йән бирә.

Южный ауылы кешеләре һөйләүенсә, был көндө Аняның ата-әсәһе тракторҙа орлоҡ артынан барып килергә була. Баланы үҙҙәре менән иптәшкә алалар. Эштәрен бөтөп ҡайтып барғанда ҡурҡыныс авария була ла.

– Әле беҙ ирем менән дауаханала. Беҙгә хәҙер бер нимә лә кәрәкмәй. Ни бары тыныс ҡына ҡайтып бара инек бит. “Гранта”лағы кешеләрҙең кемлеген белмәйем, улар беҙгә таныш түгел, – тигән ҡыҙҙың әсәһе.

Ауыл кешеләре әйтеүенсә, авария сәбәпсеһенең иҫерек булыуы ихтимал. Таныштары әйтеүенсә, рулдәге ир эсергә яратҡан. Ә машинаны авария алдынан ғына алған.

Социаль селтәрҙә кешеләр яҙыуынса, шул тиклем ауыр тракторҙы бәреп йығырлыҡ булғас, ир ныҡ ҙур тиҙлектә килгәндер. Әле был хәлде хоҡуҡ һаҡсылары тикшерә.

Фото: "КП-Өфө". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас