

Туймазы районында 165 төргәк бесән янған. Янғын Иҫке Ҡандра ауылынан бер саҡрым алыҫлыҡтағы баҫыуҙа сыҡҡан, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығынан. "Ҡыҙыл әтәс"те ауыҙлыҡларға тиҙ арала Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты янғын һүндереү частары килеп еткән. Ҡышҡылыҡҡа тип әҙерләнгән 28 тонна бесәнгә зыян килтергән.Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе эшләй, ваҡиғаның сәбәбен асыҡлай.
Ут менән һаҡ булығыҙ!
Фото: "Башинформ"