

Борай районындағы 27 йәшлек ир ҙә полицияға хәбәр иткән: таныш булмаған кешеләр, тауар килтереү һәм дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре тип, уға социаль селтәрҙә яҙған, уларҙың баҫымы аҫтында ул шәхси мәғлүмәттәрен әйткән һәм һөҙөмтәлә 2,5 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Өфөләге 64 йәшлек ирҙе алдарға маташҡандар – бер нисә көн рәттән элемтә һәм дәүләт хеҙмәтенән тип шылтыратҡандар һәм телефон ҡорамалын алмаштырырға, аҡсаһын “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә тәҡдим иткәндәр. Уларҙың өгөтләүенә ышанып, был ир банкка аҡсаһын алырға барған, тик банк хеҙмәткәренең эшкә ҡыҫылыуы ғына енәйәтте туҡтатып өлгөргән. Шулай булмаһа, ошо кеше 1,5 миллион һум аҡсаһын юғалтыр ине.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы сираттағы тапҡыр иҫкә төшөрә: былар барыһы ла билдәһеҙ телефон номерҙарынан шылтыратҡанда һаҡ булырға кәрәклеген белдерә.
Фото: социаль селтәрҙән.