

Бөгөн көндөҙгө сәғәт 3-тә Мәсетле районында, Кропачев – Мәсәғүт – Әчит автомобиль юлының 97-се километрында авария булған.
БР Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәр буйынса, 66 йәшлек водитель “ВАЗ – 2115” автомобилендә Дыуан ауылы яғынан Мәсәғүт ауылы йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында рулгә идараны юғалтып, машинаһы менән юлдан ситкә сығып китеп ауа.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель алған тән йәрәхәттәренән авария урынында вафат була. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре әлеге осраҡ буйынса тикшереү башлаған.
Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Онотмағыҙ: юл хаталаныуҙы ғәфү итмәй.
Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһы.