

БР Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн ике авария теркәлгән.
Тәүге авария иртәнге сәғәт 7-ләр тирәһендә Өфө районында булған. Өфө ҡалаһының Көнбайыш урау юлының 13-сө километрында, 26 йәшлек водитель “Опель Корса” автомобилендә Миловка паркы яғынан Өфө районының Николаевка ауылы йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә, юлдың һул ситенә сығып китеп түңкәрлгән. Уның водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем үк вафат була, автомобилдәге пассажир төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Икенсе авария Белорет районында көндөҙгө сәғәт 2-лә теркәлгән. Мәғлүм булыуынса, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлының 218-се километрында “Шкода Октавия” автомобиле “Лада Ларгус”ҡа юл бирмәү һөҙөмтәһендә авария булған. Көслө бәрелештән һуң “Лада Ларгус” водителе алған йәрәхәттәренән ашығыс медицина ярҙамы автомобилендә вафат булған. “Шкода Октавия” водителе һәм уның пассажиры дауаханаға оҙатылған.
Хөрмәтле водителдәр, автомобиль ҙур хәүеф сығанағы булыуы тураһында онотмағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!
Фото: @bash_gibdd.