

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Сибай ҡалаһының Горная урамында янғын булған.
3 х 2 метр ҙурлығындағы бүрәнә хужалыҡ өйө янған. Утты һүндергәс, ваҡиға урынын тикшергәндә 48 һәм 73 йәшлек ике ирҙең кәүҙәләре табылған.
Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һынау янғын лабораторияһы тәүтикшереүсеһе һәм эксперты эшләй. Ваҡиғаның бөтә сәбәптәре ҡарала.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы.