

Башҡортостанда үткән тәүлек эсендә дүрт кешенең урманда юғалыуы тураһында билдәле булды. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.
Ведомство белгестәре аңлатыуынса, был кешеләр урманға бәшмәк йыйырға һәм балыҡ тоторға барғас ғәйеп булған.
Өфө эргәһендә, мәҫәлән, бәшмәк йыйып йөрөгән ике ир үҙ-ара юғалтышҡан. Уларҙың береһе бәшмәк эҙләү менән шул тиклем ныҡ мауыҡҡан, һуңынан таныш һуҡмағын таба алмай йөрөгән.
Благовар районының Яныш ауылы янында ике кеше яланда аҙашҡан. Учалы районында балыҡҡа киткән ир элемтәгә сығыуҙы туҡтатҡан һәм ҡайҙа икәнен белмәй аҙапланған.
Бәхеткә күрә, оҙаҡлап булһа ла, улар барыһы ла өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡан.
Фото: социаль селтәрҙән.