

Бәләбәй ҡалаһында күп балалы ғаилә бәләгә тарыған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртән ҡатын көслө тауышҡа уянып китһә, бүлмәне төтөн ҡаплаған була. Балаларҙы уятып, янған йорттан тышҡа сығып өлгөрә. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәгән.
Янғынды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һүндергән. Ғаилә ваҡытлыса туғандары янында урынлашасаҡ.
Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй. Янғындың сәбәптәренең береһе – электр сымының тоҡанып булыуы ихтимал.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
Үткән ял янғын һүндереүселәр 38 янғынды һүндергән.
Фото сығанағы: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан
(https://t.me/mchsrb01).