

Күптән түгел, мәҫәлән, хатта Өфө эргәһендәге Нуғай ауылы янында торлаҡ йорттар эргәһендә айыу күргәндәр, ә Асҡарҙа бер айыу һунарсылыҡ инспекторына төнө буйы йоҡларға бирмәгән – уға айыу йөрөүе тураһында бер нисә тапҡыр шылтыратҡандар.
Башҡортостандың Тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министрлығы хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала 2 мең 600-ҙән ашыу айыу бар. Йыл һайын уларҙы атыуға сикләнгән рөхсәт бирелә. Быйылғы һунарсылыҡ миҙгелендә айыуҙар һанын 600-гә генә кәметергә мөмкин.
Министрлыҡ белгестәре әйтеүенсә, әле Белорет районында – 500 самаһы, Йылайыр, Баймаҡ, Ейәнсура, Бөрйән, Асҡын, Күгәрсен һәм Иглин райондарында 10-200-шәр айыу бар. Благовар, Өфө, Шишмә райондарында айыу менән осрашыу ихтималлығы аҙ.
Фото: социаль селтәрҙән.