Хәүефһеҙлек
24 Сентябрь 2025, 07:20

25 кеше ағыуланған!

Әгәр урман еҫе аңҡып торһа...

25 кеше ағыуланған!25 кеше ағыуланған!
25 кеше ағыуланған!

Быйыл йәй Башҡортостандан 25 кеше бәшмәк менән ағыуланған, былтыр ундай зыян күреүселәр 29 булған.

“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, ағыуланыуҙың сәбәбе – зарарлы йәки шартлы рәүештә генә ашарға яраҡлы булған бәшмәктәр ҡулланыу, шулай уҡ уларҙы кулинар эшкәртеү ҡағиҙәләрен боҙоу.

Санитар табиптар бәшмәкте бының өсөн махсус булдырылған урындарҙа ғына һатып алырға тәҡдим итә, уларҙа бәшмәкте мотлаҡ ветеринария-санитария экспертизаһы аша үткәрәләр. Һатып алғанда бәшмәктең тышына иғтибар итергә кәрәк: ул тығыҙ тәнле, урман еҫе аңҡытҡан һәм ҡорт ашамаған булырға тейеш. Кибеттә иһә төрөлгән ҡаптың бөтөнлөгөн, ризыҡты файҙаланыу осоро үтмәүен ҡарағыҙ.

Фото: "Башинформ".

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас