

Бөгөн Өфө районының Зубов ауылында ҡот осҡос фажиә теркәлгән. Фатирҙарҙың береһендә ир менән ҡатындың үле кәүҙәһе табылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса ир тәүҙә ҡатынын быуып үлтергән, аҙаҡ үҙенә ҡул һалған.
Билдәләнеүенсә, иргә - 44, ҡатынға 42 йәш булған. Уларҙың кәүҙәләрен ҙурайған улдары тапҡан һәм хоҡуҡ һаҡсыларын саҡырған. Ғаилә парының тағы бер бәләкәй балаһы бар, ул фажиғә ваҡытында туғандарында булған. Ир вахта ысулы менән эшләгән. Улар ҡатыны менән йыш әрләшкән, тип яҙылды телеграм-каналдарҙа. Ыҙғыш та көнләшеү арҡаһында килеп сыҡҡан тиелә.
Әлеге ваҡытта хәлде тикшереү дауам итә.