

Бөгөн “Газпром нефтехим Салауат” пилотһыҙ аппараттарҙың сираттағы террор һөжүменә дусар булған. Был хаҡта Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллин хәбәр итте.
– “Газпром нефтехим Салауат” сираттағы һөжүмгә дусар булды. Зыян күреүселәр һәм ҡорбандар юҡ. Килтерелгән зарарҙың күләмен асыҡлайбыҙ. Янғынды һүндереү буйынса бөтә кәрәкле саралар тормошҡа ашырыла. Ҡала халҡына хәүеф янамай. Экология хәүефһеҙлеге күрһәткестәре нормала. Тыныслыҡ һаҡлауҙы һәм рәсми мәғлүмәткә генә ышаныуҙы һорайым, – тине Марат Заһиҙуллин.
Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов хәбәр итеүенсә, әле унда күсмә лабораторияла бысратыусы матдәләр концентрацияһын даими тикшереп торалар.
– “Газпром нефтехим Салауат” пилотһыҙ аппараттарҙың сираттағы террор һөжүменә дусар булды. Һауа торошон баһалау өсөн урында Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре эшләй. Улар ведомствоның аналитика хеҙмәте менән берлектә Салауат ҡалаһында һауа сифатын Автоматлаштырылған атмосфера бысраныуын контролдә тотоу станциялары (АСКЗА) аша күҙәтә. Улар С. Юлаев урамы, 8б һәм Беренсе Май урамы, 18 адрестары буйынса урынлашҡан. Шулай уҡ ҡалаға күсмә экология лабораторияһы ебәрелгән.
Автоматлаштырылған атмосфера бысраныуын контролдә тотоу станцияларынан 11:30 сәғәткә алынған мәғлүмәттәр буйынса, станцияларҙа һәм күсмә лабораторияла бысратыусы матдәләр концентрацияһы артыуы теркәлмәгән.
Тикшеренеү барышында күсмә лаборатория төрлө бысратыусы матдәләр, шул иҫәптән бензол, толуол, этилбензол, аммиак, көкөртлө водород, көкөрт диоксиды, углерод оксиды һәм ксилолдарҙың төрлөләре өсөн һауа өлгөләрен һайлап ала. Һынауҙарҙы һайлап алыу нөктәһе Салауат ҡалаһы, Беренсе Май урамы, 51-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Бысратыусы матдәләр концентрацияһының артыуы ла асыҡланмаған. Хәл контролдә тотола, – тип белдерҙе Нияз Фазылов.
Бөгөн “Өфө” аэропортында осош хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға ваҡытлыса сикләү индерелгәйне. Әле был сикләүҙәр алынған.
Фото сығанағы: Нияз Фазылов.