Хәүефһеҙлек
24 Сентябрь 2025, 13:15

“Хәүефһеҙ юлдар” олимпиадаһы башланды

Был сара тотош илебеҙ буйынса иғлан ителгән.

“Хәүефһеҙ юлдар” олимпиадаһы башланды“Хәүефһеҙ юлдар” олимпиадаһы башланды
“Хәүефһеҙ юлдар” олимпиадаһы башланды

23 сентябрҙән 26 октябргә тиклем “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты ярҙамы менән 1-9-сы класс уҡыусылары өсөн “Хәүефһеҙ юлдар” Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы уҙғарыла. Уны Рәсәйҙең Транспорт министрлығы, Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса баш идаралыҡ, “Милли өҫтөнлөктәр” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы үткәрә.

- Юлдарҙа балалар хәүефһеҙлеге – беҙҙең төп өҫтөнлөктәрҙең береһе. Транспорт ағымы артҡан ваҡытта быны башҡарыу нисек мөһим булыуын беҙ аңлайбыҙ. Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса комплекслы эш алып барыла, шул иҫәптән юл селтәрҙәре яңыртыла. Айырым иғтибар мәктәптәргә һәм башҡа белем биреү учреждениеларына илткән маршруттарға бирелә. "Хәүефһеҙ юлдар” Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы уҡыусылар араһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен нығытыу өсөн һөҙөмтәле ҡорал булып тора, - тине Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин.

Юл грамоталылығын күтәреү – юлдарҙа хәүефһеҙлек мәҙәниәтен булдырыуға тәүге аҙым. Бының өсөн дәүләт автоинспекцияһы төрлө профилактик саралар уҙғара.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас