

Йыш ҡына “йоҡосолар” ятҡан саҡта телефондарын эргәләренә алырға йәки мендәр аҫтына һалырға ғәҙәтләнә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре был ғәҙәттең ниндәй оло бәләгә тарытыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә. Төп хәүеф ҡорамалдың йылыныуында, ти улар. Телефон мендәр йәки юрған менән ҡапланһа, уны һыуытыу өсөн һауа үтеүе сикләнә. Был гаджеттың ныҡ йылыныуына һәм янып китеүенә килтереүе мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай күңелһеҙ хәлдәр күҙәтелгән.
Бынан тыш, телефон менән бергә юрған аҫтында йоҡлау ҡорамалдың хеҙмәт итеү срогын ҡыҫҡарта. Елләтеү етешмәгәнлектән, аккумулятор батареяһы зарарлана һәм ваҡытынан алда эшлектән сыға.
Ведомство хеҙмәткәрҙәренең иҫкәртеүҙәренә мотлаҡ ҡолаҡ һалығыҙ:
* телефондарығыҙҙы мендәр һәм юрған аҫтына һалмағыҙ;
* ҡорамалдарығыҙҙы ваҡытында селтәрҙән һурып алығыҙ;
* бары оригинал зарядлау ҡорамалдарын ғына ҡулланығыҙ.
Ут сыға ҡалһа, экстрен хеҙмәттәрҙең берҙәм телефонына шылтыратығыҙ:112.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.