

Башҡортостанда талпандарҙың әүҙемлеге дауам итә.
“Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы хәбәр итеүенсә, йыл башынан август аҙағына саҡлы республиканың медицина учреждениеларына талпан тешләгән 10 меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән. Был уҙған йылдың ошо һигеҙ айы менән сағыштырғанда 18 процентҡа күберәк.
Һуңғы көндәрҙәге йылы һауа торошо талпандарҙың әүҙемлеген арттырҙы, ти белгестәр: сентябрь аҙағындағы ошо аҙнала ғына ла улар 122 кешене тешләгән. Лаборатория тикшереүҙәре ошо осраҡтарҙың 1,1 процентында талпан энцефалитеты, ә 17,7 процентында боррелиоз (Лай сире) булыуын асыҡлаған.
Фото: социаль селтәрҙән.