

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр ителеүенсә, кисә Дәүләкән районында, Соколовка һәм Ҡаҙанғол торама пункттары араһындағы автомобиль юлында, “ПАЗ” маркалы мәктәп автобусы юлдан ситкә сығып ауҙарыла.
Автобуста булған биш кешенең береһе – 15 йәшлек үҫмер еңелсә йәрәхәтләнгән. Балаларҙы оҙатып барған ике өлкән кеше һәм тағы ике бала зыян күрмәгән.
Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләгән.
Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, автобус рулендә 59 йәшлек водитель булған. Ул Дәүләкән ҡалаһының лицей-интернатынан балаларҙы өйҙәренә ташыған. Автобустағы балалар IX класс уҡыусылары булған.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлай.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫегеҙгә төшөрә:
- юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, тиҙлек режимын һәм уҙып китеү ҡағиҙәләрен үтәгеҙ;
- хәүефһеҙлек ҡайыштары тураһында онотмағыҙ;
- балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.