Хәүефһеҙлек
28 Сентябрь 2025, 08:00

Ярай әле әбей һиҙгер булған...

Өфөләге 81 йәшлек юғары уҡыу йорто хеҙмәткәре мутлашыусылар тоҙағына эләгә яҙған – уның 10 миллион һум аҡсаһын урларға маташҡандар.

Ярай әле әбей һиҙгер булған...Ярай әле әбей һиҙгер булған...
Ярай әле әбей һиҙгер булған...

Өфөләге 81 йәшлек юғары уҡыу йорто хеҙмәткәре мутлашыусылар тоҙағына эләгә яҙған – уның 10 миллион һум аҡсаһын урларға маташҡандар.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, алдау сценарийы ярайһы ҡатмарлы ғына булған: тәүҙә уға таныш булмаған номерҙан ректор булып шылтыратҡандар һәм университетта тикшереү барыуы, шул сәбәпле тиҙҙән уға Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте шылтыратасағын әйткәндәр.

Оҙаҡ та үтмәй, тағы шылтыратыу: йәнәһе, быныһы ФСБ-нан һәм бабайҙың аҡсаһын дуҫ булмаған дәүләткә күсерергә йыйыныуҙары тураһында “иҫкәрткәндәр”. Тағы шылтыратыу: быныһы “банк” икән – уның аҡса менән операцияларын тикшереү өсөн тиҙ генә СМС аша килгән кодты хәбәр итергә ҡушалар, сөнки был сумманы “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсермәй сара юҡ икән. Юғары уҡыу йорто хеҙмәткәре улар ҡушҡанды үтәргә генә йыйынғанда ҡатыны уның ни өсөндөр үҙен бик нервлы тотоуын аңғара һәм бына-бына алдаҡсылар тоҙағына эләгерен һиҙеп ҡала. Шулай итеп, улар ҙур сумманы юғалтыуҙан ҡотола.

Фото: социаль с елтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас