

26 сентябрҙә кис Дәүләкән районында Ҡаҙанғол – Соколовка юлының 5-се километрында мәктәп автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы булыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Бөгөн социаль селтәрҙәге ҡайһы бер төркөмдәрҙә: “Авария һөҙөмтәһендә бер кеше урында уҡ һәләк булған, тағы ла биш кеше йәрәхәтләнгән, шуларҙың дүртәүһе – балалар. Зыян күреүселәрҙе ашығыс рәүештә дауаханаға оҙаталар. Был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Бөгөн биш йәшлек сабый аңына килмәйенсә вафат булған. Әлеге ваҡытта өс пациент – уртаса ауырлыҡта, берәүһе ауыр хәлдә. Ауыр хәлдәге баланы кисә санавиация ярҙамында балалар хирургияһы бүлегенә алып килгәндәр”, – тигән мәғлүмәт таралды.
Мәғлүм булыуынса, был хәбәр ялған булып сыҡты. Ошо хаҡта Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһынан иҫкәрттеләр.
“Коллегалар, бөтә ерҙә лә “уҙған аҙнала Дәүләкән районында мәктәп автобусы менән юл фажиғәһендә сабый вафат булған” тигән мәғлүмәт таралды.
Был мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй”, – тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт автоиинспекцияһынан.
Булмағанды бар тип яҙып, нисек оялмайынса бындай хәбәрҙе тараталар икән... Иҫ китмәле бит...
Фото: @bash_gibdd.