

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы фаразы буйынса, республикала төндә һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүе көтөлә -4, -9°, көндөҙ һауа температураһы +6,+11°.
Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы электр һәм газ ҡорамалдарын, шулай уҡ мейесте файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш итә.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, дистанцияны һәм тиҙлек режимын һаҡлағыҙ!
Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә, юлдарҙа төндә һәм иртәнсәк томан. Көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Тупраҡ өҫөндә +4, -9 градусҡаса һыуытып, ҡырау төшөүе ихтимал.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
- электр һәм газ ҡорамалдарын ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ;
- юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.