Хәүефһеҙлек
30 Сентябрь 2025, 00:40

Күп балалы ғаилә урамда тороп ҡалды...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы...

Күп балалы ғаилә урамда тороп ҡалды...Күп балалы ғаилә урамда тороп ҡалды...
Күп балалы ғаилә урамда тороп ҡалды...

Нуриман районының Нимесләр ауылында йорт янып киткән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының, Байгилде һәм Яңы Күл ауылы биләмәһенең янғын һүндереүселәре 42 квадрат метр майҙанға таралған утты һүндерә. Һәләк булғандар һәм зыян күргәндәр юҡ.

Йортта күп балалы ғаилә йәшәгән. Янғын ваҡытында балалар өйҙә булмаған. Йорт автономиялы янғын хәбәр итеүсе менән йыһазландырылған. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда батарея ҡуйылмаған булған.

Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй. Янғындың сәбәбе асыҡлана.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

  • янғын иҫкәртеүсе ҡорамалды ҡуйығыҙ:
  • ул батарея ярҙамында эшләй, уны йылына берҙе алмаштырырға кәрәк;
  • төтөн сыҡҡанда тауыш биреп һеҙҙе яуатасаҡ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас