

Кисә кис Туймазы ҡалаһында бик ҡурҡыныс авария булды. Йәйәүлеләр үткәүеленән үтеп барған әсә менән ҡыҙҙы юғары тиҙлектә килгән “Лада Приора” автомобиле бәрҙерә. Әсә кеше фажиғә урынында йән бирә, ә биш йәшлек ҡыҙҙы ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға алып китәләр.
Әле “Уфа1” баҫмаһы журналистары һәләк булған ҡатындың шәхесен асыҡлаған. Ул – 40 йәшлек Гүзәл исемле ҡатын. Баланы ул яңғыҙы тәрбиәләгән булған. Һәләк булған ҡатындың апаһы әйтеүенсә, сабыйҙың атаһы ике йыл элек үлгән, уның һаулығы менән проблемалары булған.
Асыҡланыуынса, бәрелеш алдынан Гүзәл ҡыҙын ҡосаҡлап өлгөргән. Бәлки, ошо баланың ғүмерен ҡотҡарып ҡалғандыр ҙа. Әле ул дауаханала. Хәбәр ителеүенсә, кисә, авариянан һуң ул аңында булған һәм әсәһен таптырған.
Гүзәлде Иҫке Тамъян ауылында ерләйәсәктәр. Туғандары һәм дуҫтары ғаиләгә ярҙам итеү өсөн аҡса йыя башлаған.
Водителдең 20 йәшлек Туймазы егете булыуы билдәле. Ул авария ваҡытында айныҡ булған. “Йәйәүлеләрҙе күрмәнем. Уларҙың өҫтөнә менмәҫ өсөн магазин яғына боролдом”, – тигән ул полицияға.
Һәләк булған ҡатындың яҡындарыны ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ҡыҙ балаға тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ.
Фото: "Туймазы ҡалаһы" телеграм-каналы.