Хәүефһеҙлек
3 Октября 2025, 13:15

Оператив штаб ултырышы үтте

Көн тәртибендә – нефть эшкәртеү объекттарын пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланып һөжүмдәрҙән һаҡлау буйынса өҫтәмә саралар.

Оператив штаб ултырышы үттеОператив штаб ултырышы үтте
Оператив штаб ултырышы үтте

октябрҙә “Газпром газ бүлеү Өфө” компанияһы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың оператив штабы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә – нефть эшкәртеү объекттарын пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланып һөжүмдәрҙән һаҡлау буйынса өҫтәмә саралар.

Кәңәшмәлә төбәктең көс структуралары, министрлыҡтары һәм ведомстволары, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 13 сентябрендә “Башнефть” компанияһы, 18 һәм 24 сентябрҙә “Газпром нефтехим Салауат” объекттары БПЛА һөжүменә дусар булды.

– Яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары етәкселәре менән тығыҙ бәйләнештә торабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Террорға ҡаршы әүҙем яҡлауҙы артабан көсәйтеү өҫтөндә эшләйбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас