+20 °С
Болотло


Ҡыйғы районының Йосоп ауылында бер ҡатлы бүрәнә йорт янған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, утты һүндергәндә 89 йәшлек ҡатындың ҡәүҙәһе табыла. Янғындың сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшеүсеһе эшләй.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.