+21 °С
Болотло


Бөгөн төндә Башҡортостанда тағын бер ҡот осҡос авария булды.
Бишбүләк районында "Лада Приора" автомобиленә идара иткән 20 йәшлек водитель юл буйында торған атҡа барып бәрелә. Бынан һуң машина юлдан ситкә оса һәм түңкәрелеп барып ята.
Әйткәндәй, егет водитель танытмаһын алдырған булған. Машинала уның менән бергә 17-шәр йәшлек ике үҫмер, егет менән ҡыҙ ултырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көслө бәрелештән уларҙың өсөһө лә фажиғә урынында йән биргән...
Урында тейешле хеҙмәттәр эшләй, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.