Хәүефһеҙлек
4 Октября 2025, 11:20

Тағы ла бер пенсионер һәләк булған

Бер көндә ошондай хәл күрше райондарында теркәлгәйне...

Тағы ла бер пенсионер һәләк булғанТағы ла бер пенсионер һәләк булған
Тағы ла бер пенсионер һәләк булған

Балаҡатайҙың Түбәнге Исҡуш ауылында бер ҡатлы бүрәнә йорт янған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре утты һүндереп, урынын тикшергән саҡта 73 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табыла.

Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсеһе эшләй.

Яҡынса фараз буйынса, янғындың сәбәбе төҙөк булмаған мейесте файҙаланыуға бәйле булыуы ихтимал.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

  • мейестә ут тоҡандырғанда янар шыйыҡсалар ҡулланырға ярамай;
  • мейесте ҡыҙҙырмаҫҡа, ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа һәм балаларға уны ҡарауҙы тапшырмаҫҡа;
  • мейесте көнөнә ике-өс тапҡыр 1,5 сәғәттән дә артыҡ яғырға кәңәш ителмәй.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Тағы ла бер пенсионер һәләк булған
Тағы ла бер пенсионер һәләк булған
Тағы ла бер пенсионер һәләк булған
Тағы ла бер пенсионер һәләк булған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас